Башҡортостандың 13 районында ужым ашлығын йыйыу башланды

Тулыраҡ: Башҡортостандың 13 районында ужым ашлығын йыйыу башланды

Республика Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ашлыҡтың тулайым йыйымы әлегә 4 мең тонна самаһы, гектар көсө-15 центнер. Айырым райондарҙа ул 30 центнерға етә. Быйыл Башҡортостан игенселәренә 3 миллион гектар самаһы ауыл хужалығы культураларын йыйып алыу бурысы тора, шуның 1 миллион 74 мең гектары — бөртөклө һәм бөртөклө-ҡуҙаҡлы культуралар, 363 мең гектары – ужым культуралары.