Йыл башынан 19 бала һәләк булған

Тулыраҡ: Йыл башынан 19 бала һәләк булған

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министрлығы балаларҙың күпләп һәләк булыуына етди борсолоу белдерҙе. Йыл башынан 19 бала һәләк булған. Июлдә генә 11 баланың ғүмере өҙөлгән. Һыуға батыу, бейеклектән ҡолап төшөү һәм юл-транспорт ваҡиғалары-балалар һәләк булыуҙың төп сәбәптәре. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ошо сәбәпле ата-әсәләргә махсус мөрәжәғәт менән сығырға мәжбүр.