Өфөлә иң ҙур вакцинация үҙәге асылды

Тулыраҡ: Өфөлә иң ҙур вакцинация үҙәге асылды

Өфөлә бөгөн Волга буйы федераль округындағы иң ҙур вакцинация үҙәге асылды. Был хаҡта төбәктә коронавирус инфекцияһы таралыуға юл ҡуймау буйынса оператив штаб ултырышында Сергей Греков хәбәр итте. Әле республикала коронавирустан вакцина яһатыу киң алып барыла. Төбәк «Спутник V», «ЭпиВакКорона» һәм «КовиВак» вакциналарының 854 мең 280 миҡдарын алған. Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Игорь Засядкин белдереүенсә, бөгөн 95, аҙна аҙағына йәнә 144 мең доза көтөлә. Бөгөндән иһә Өфөләге “Торатау” Конгрес-холы бинаһында Волга буйы федераль округындағы иң ҙур вакцинация үҙәге эш башлай. Иртәнге сәғәт һигеҙҙән киске һигеҙгә тиклем унда мең ярым кеше прививка яһата ала. 18 июлдән 24-нә тиклем вакцинация үткәндәр араһында ҡиммәтле бүләктәр менән шифахаларға юлламалар уйнатыу ҡаралған. 15 июлдән иһә баҡса ширҡәте рәйестәре үтенесе менән уларҙа ла күсмә вакцинация пункттары эш башлай. Физик мөмкинлектәре сикле граждандарға һәм өлкән йәштәгеләргә вакцинация үҙәгенә барып ҡайтырға “Берҙәм Рәсәй”ҙең ирекмәндәре ярҙам итә. Был турала мөрәжәғәттәрҙе Ковидҡа ҡаршы Колл-үҙәк операторҙары ҡабул итә. Радий Хәбиров Һаулыҡ һаҡлау министрлығына прививка яһатыу урындарыдан вакцинаның етерлек кимәлен тәьмин итергә һәм дефицитҡа юл ҡуймаҫҡа ҡушты.Торатау конгресс-холында асылған вакцинациялау пункты ковидҡа ҡаршы прививка эшләтергә теләүселәрҙең артыуы һәм бығаса эшләп килгән пункттарҙың өлгөрә алмауы менән бәйле. Вакцина эшләтеү өсөн 122 телефон һандарын йыйып яҙылырға кәрәк. Залда ирекмәндәр эшләй, улар халыҡҡа ғариза тултырырға ярҙам итә, йүнәлештәрҙе күрһәтә. Бер юлы 10 медицина бригадаһы ҡабул итә. Көнөнә яҡынса мең ярым прививка эшләй ала.