Өфө ойошмаларында вакцина эшләтеүсе хеҙмәткәрҙәр араһында лотерея уйнатыла башланы. Прививка эшләтеүселәр һаны күбәйҙе, ти предприятие етәкселәре. Эшселәр бындай лотереяға нисек ҡарай? Геофизик приборҙар эшләү предприятиеһында 225 эшсе иҫәпләнә. Шуларҙың 111-е ошо айҙарҙа коронавирустан прививка яһатҡан. Ойошма вәкилдәре вакцина эшләтеүселәр араһында лотерея уйнатҡан. Ошо предприятиела 14 йыл токарь булып хеҙмәт итеүсе Анатолий Афанасьев еңеүсе булып сыҡты. Аҡса оторон ул һис көтмәгән. Бөтәһе 12 еңеүсе. Беренсе урынға -10 мең һум, икенсеһенә-5000, ә ҡалған 10 еңеүсегә 1000-шәр һум премия. Вакцина эшләткән хеҙмәткәрҙәр араһында лотерея уйнатҡан ойошмалар бихисап. Был предприятие етәкселеге, мәҫәлән, 1 августҡа тиклем прививка яһатҡан һәр эшсегә 10 мең һум аҡса бирергә хәл иткән.Эшселәргә уңайлы булһын өсөн ойошмала ваҡытлыса вакцина эшләтеү пункты булдырыла. Сират күп. Илья Мальков, мәҫәлән, коронавирус менән ике тапҡыр ауырыған. Уға ил буйлап командировкала йөрөргә тура килә. Шуға ла ул вакцинаға ҡаршы түгел.Нефть химияһы продукттарын эшкәртеү институтында ла вакцина көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе.Прививка яһатыу мөмкинлеге тураһында урында эшләүсе һәр хеҙмәткәргә телефон аша хәбәр ителә. Әле эшселәрҙең 40 проценты вакцина яһатҡан.Предприятиеларҙа вакцина эшләтергә теләмәүселәр ҙә, әлбиттә, юҡ түгел. Мәғлүмәттәр буйынса, әле республикала вакцинаның тәүге компоненты 739 мең кешегә эшләнгән. 420 мең кеше ике компонентын да яһатҡан. Коронаривсутан прививка эшләтеү буйынса Башҡортостан ил буйынса 9 урында килә.
Өфөлё вакцина эшләтеүселёр араһында лотерея уйнатыла башланы
Тулыраҡ: Өфөлё вакцина эшләтеүселёр араһында лотерея уйнатыла башланы