“Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” һәйкәле Дуҫлыҡ монументы янында Ағиҙел йылғаһы ярында урынлаштырыласаҡ. Халыҡтың күпселек тауышы буйынса ошондай ҡарар ҡабул ителгән. “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” тигән почетлы исем биреү тураһындағы закон 2020 йылда ҡабул ителгәйне. Ул Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Еңеү өсөн ҙур көс һалған, илде бер туҡтауһыҙ хәрби техника, яғыулыҡ менән тәьмин иткән, киң күләмдә хеҙмәт ҡаһарманлығы күрһәткән ҡалаларға бирелә. “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” тигән почетлы исемгә Рәсәй президенты указына ярашлы, илдең 20 ҡалаһы лайыҡ, һәр ҡалала бер төрлө проектҡа ярашлы һәйкәл урынлаштырыласаҡ.
“Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” һәйкәле ҡайҙа ҡуйыласаҡ?
Тулыраҡ: “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” һәйкәле ҡайҙа ҡуйыласаҡ?