Башҡортостанда Евразия климат консорциумы ойошторолдо

Тулыраҡ: Башҡортостанда Евразия климат консорциумы ойошторолдо

Ул карбон полигонын булдырыу һәм эшләтеү программаһын тормошҡа ашырыу менән шөғөлләнәсәк. Консорциум Рәсәйҙең фән һәм юғары белем биреү министрлығының пилот проектында ҡатнашыу өсөн тәғәйенләнә. Республика хөкүмәте, мәғариф учреждениелары, фән ойошмалары һәм сәнәғәт предприятиелары ошо турала килеште. Документҡа Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һәм эре предприятие етәкселәре ҡул ҡуйҙы. Килешеү сиктәрендә карбон полигонын булдырыу һәм эшләтеү программаһын финанслау планы һәм юл картаһы раҫланды.Консорциумдың төп эшмәкәрлек йүнәлештәре – берҙәм ғилми, белем биреү сараларына, декарбонизациялау, углерод кимәлен тикшереүҙә яңы технологиялар индереү өлкәһендә тикшереү инфраструктураһына ярҙам итеү. Документ өҫтәмә килешеү төҙөп, консорциумға башҡа сәнәғәт предприятиеларын индереү мөмкинлеген бирә.