Өфө мэры Сергей Греков Берҙәм Дәүләт имтихандарын юғары баллдарға тапшырған уҡыусыларға махсус номиниация булдырырға тәҡдим итте һәм уны быйылдан алып тапшырырға кәрәк, тине. Шулай уҡ Сергей Греков башҡала хакимиәтендә кадрҙарҙың алмашыныуы хаҡында белдерҙе. Быйыл сығарылыш уҡыусыларының 807-һе уҡыу алдынғыһы аттестаты һәм “уҡыуҙа юғары уңыштары өсөн” миҙалына өлгәште, тиелде Өфө ҡала хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә. Ҡала мәғариф идаралығы етәксеһе Елена Хаффазова Берҙәм дәүләт имтихандарына йомғаҡ яһаны. Өфө мэры Сергей Греков Берҙәм Дәүләт имтихандарын юғары баллдарға тапшырған уҡыусыларға махсус номиниация булдырырға тәҡдим итте. Оператив кәңәшмәлә шулай уҡ етем һәм тәрбиәгә алынған балаларҙың йәйге ялы хаҡында ла һүҙ барҙы. Июнь башынан йәйге һауыҡтырыу лагерҙарына 300 бала менән 6 заезд ойошторолған. Июль һәм август айҙарында тағы ла 180 балиғ булмаған бала ял итергә йүнәлтеләсәк, тине Опека һәм попечителлек идаралығы етәксеһе.Аҙна һайын ойшторолған оператив кәңәшмәлә сәләмәтлек темаһына айырым иғтибар. Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы сиктәрендә тирелә меланоманы асыҡлау һәм профилактикалау мәсъәләһе ҡаралды. Мелономаның барлыҡҡа килеүенә әлеге селләлә сағыу ҡояш нурҙары сәбәпсе булыуы ихтимал, ти табип-онколог Валерий Ручкин.Шулай уҡ башҡала предприятие, ойошмаларында вакцинациялау әүҙем бара. Сергей Греков Өфө уҡыу учреждениеларында прививканы 1-се сентябргә тиклем тамамларға кәрәк, тине. Йәй көндәре күп халыҡ үҙ баҡсаларында. Ошо йәһәттән Дим һәм Орджоникидзе райондарында вакцинациялау буйынса мобиль пункттар ойошторола. Конгресс-холдағы вакцинациялау пункты майҙанында прививка яһатыусылар араһында Башҡортостан санаторийҙарына лотерея уйнатыласаҡ.
Сергей Греков алдынғы уҡыусыларға махсус номиниация булдырырға тәҡдим итте
Тулыраҡ: Сергей Греков алдынғы уҡыусыларға махсус номиниация булдырырға тәҡдим итте