Сәғәт иртәнге һигеҙҙән киске һигеҙгә тиклем 10 табип бригадаһы көнөнә мең ярымға яҡын прививка яһау маҡсатын бойомға ашыра. Өфөлә Волга буйы федераль округындағы иң ҙур вакцинация үҙәге асылды. Флорида ханым Өфөнөң Черниковка биҫтәһенән “Торатау” Конгресс-Холына иртүк килеп еткән. Бында вакцинация үҙәге асылырын кистән Рәсәй телеканалы яңылыҡтарынан белдек, ти. Йоғошло сирҙән прививка яһатырға иһә үҙе ҡарар иткән.Үҙәктә эш яйлы ойошторолған. Прививка яһатырға килгәндәрҙе ирекмәндәр ҡаршы алып, ризалыҡ документтарын тултыртҡас, белгестәр майҙанына оҙата. Бында һәр кем табип тикшереүен үтә. Һаулыҡ күрһәткестәре ентекләп ҡарала. Барыһын да вакцинациялау, тигән өндәү юҡ. Беҙгә таныш Флорида Ғәйфулла ҡыҙына, мәҫәлән, прививка яһауҙы кисектереп торҙолар.Прививка яһатҡандар иһә артабан махсус майҙансыҡҡа оҙатыла. Уларҙың ярты сәғәт буйына табип ҡарамағында ҡалып хәлен күҙәтеүе үтенелә. Йәштәрҙең күбеһе, үҙен яҡшы тойоуына һылтанып, эш көнөн дауам итергә ашыға.Вакцинация үҙәгендәге шарттар прививка яһатыусылар ғына түгел табиптар өсөн дә уңайлы. Биләмәләр билдәләнгән, смена асыҡланған, бурыстар ҡуйылған.Волга буйы федераль округында әлегә иң ҙур вакцинация үҙәгендә асылған тәүге сәғәттә үк 50-нән ашыу кешегә прививка яһалған. Быны төбәктә мәғлүмәт таралыу тиҙлегенә лә, халыҡтың аңлы ҡарашына ла, кампания барышында ойошторолған махсус акцияларға ла бәйләргә мөмкин. “Торатау” конгресс-холында 14 илдән 28 авгусҡа тиклем привика яһатҡандар Башҡортостан шифаханаларына юллама ота ала. Бындай юлламарҙың һаны 89, улар ике аҙналыҡ һаулыҡ тергеҙеү курсын күҙ уңында тота. Путевка отор өсөн прививка яһатҡандан һуң уникаль код алып “Сәләмәт Өфө” сайтында теркәлергә кәрәк.Отоштар иһә өс этапта муниципаль телеканалдарҙың береһенең тура эфирында уйнатыла. Ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы ҡыҙыу линия телефоны аша бирергә мөмкин.
Өфөлә округтағы иң ҙур вакцинация үҙәге асылды
Тулыраҡ: Өфөлә округтағы иң ҙур вакцинация үҙәге асылды