Өфөлә торба тишелеү сәбәпле егермегә яҡын йорт һыуһыҙ ҡалған

Тулыраҡ: Өфөлә торба тишелеү сәбәпле егермегә яҡын йорт һыуһыҙ ҡалған

Өфөнөң Нижегородка биҫтәһендә торба тишелеү сәбәпле егермегә яҡын йорт һыуһыҙ ҡалған. Һыуүткәргес бер аҙна элек тишелгән. Һыу менән тәьмин итеүсе ойошманан иһә шәхси йорттарҙа йәшәүселәр һыу селтәрен үҙҙәре төҙөгән һәм ҡала ҡарамағына тапшырмаған, тип белдерәләр. Урғылып аҡҡан һыу йорт ихаталарға еткән. Был проблема йылдан-йыл тиерлек ҡабатлана. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылда беҙҙең хәбәрселәр төшөргән сюжеттан һуң ғына был проблема өлөшләтә хәл ителгәйне. Әммә быйыл хәл тағы ла ҡабатлана.