Иглин районының бер-нисә ауылында халыҡ юлһыҙ интегә

Тулыраҡ: Иглин районының бер-нисә ауылында халыҡ юлһыҙ интегә

Рәсми мәғлүмәттәр буйынса өс йыл элек юл төҙөкләндерелгән, ремонт эштәренең 13 миллион һумға төшкәне лә билдәле. Ғәмәлдә иһә, башҡаса. Юлдар, киреһенсә, насарайҙы, тип зарлана халыҡ. Был хәлгә район прокуратураһы ла иғтибар итергә мәжбүр. Рузалин Сәйетғәлиев 30 йылдан ашыу Пушкинское ауылында йәшәй. Көн дә Өфөгә эшкә йөрөй. Ауылынан асфальт түшәлгән юлға сыҡҡансы, хатта тәжрибәле водителгә оло һынау аша үтергә тура килә.Иглин районының Ҡалтыман Киров, Пушкин, Калинин ауылдарын тоташтырған юл ташландыҡ хәлдә. Эре таш һәм соҡорло юлдың оҙонлоғо 10 саҡырым. Ашығыс ярҙам машинаһы бында килеп етә алмай. Такси, йә башҡа хеҙмәттәр тураһында әйтеп тә тораһы түгел. Урындағы халыҡ машиналарын ремонтлауҙан арыған. Ошо юл буйлап үткән һайын бәләгә тарыйбыҙ, тип зарлана улар. Урындағы халыҡ үҙен ҡамауҙа кеүек хис итә. Йәмәғәт транспорты бында йөрөмәй. Ҡалаға сығыр өсөн 10 км йәйәү атларға кәрәк. Халыҡ тамам төшөнкөлөккә бирелгән. Район хакимиәте, ил етәксеһе менән тура бәйләнеш, прокуратураға ғаризалар — проблеманы хәл итер өсөн ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итмәгән улар. Һөҙөмтәһе генә юҡ. Өс йыл элек юлды төҙөкләндереүгә 13 миллион һум аҡса бүленгән. Юлға эре тау ташы түшәлгән. Был хәлде тағы ла киҫкенләштергән. Эргә – тирәләге ауыл халҡы күптән ошо юл буйлап йөрөмәй. Улар үҙҙәренә икенсе юл һайлған. Баҫыу юлы күпкә хәүефһеҙерәк, ти улар. Ә башҡарылған ремонт эштәре бары ҡағыҙҙа ғына тороп ҡалған, ти ауыл халҡы. Район прокуратураһы ла шундай уҡ фекерҙә. Проблемалы юлды район прокуратураһы үҙ иғтибарына алған. Ентекле тикшереү барышында байтаҡ етешһеҙлектәр асыҡланған. Район хакимиәте иһә, бөтә эштәр смета буйынса башҡарылды һәм тейешле комиссия тарафынан ҡабул ителде, тип белдерә. Нисек ккеенә булһа ла халыҡтың мөрәжәғәте яуапһыҙ ҡалмаясаҡ, тип тә ышандыралар унда. Ауыл халҡы юлға асфальт түшәүҙе һорай. Хакимиәт вәкилдәре иһә бындай сығымдар меңәрләгән километр юлдары булған район өсөн көс еткеһеҙ, тип белдерә. Йыл һайын район юлдарын төҙөкләндереүгә республика бюджетынан 30 млн тирәһе аҡса бүленә. 10 км асфальт түшәме 110 млн һумға төшә. Шуға ла Пушкин, Киров һәм Калинин ауылдары халҡына сифатлы ҡырсын түшәменә генә өмөт итергә ҡала.