Өфө ҡалаһының Октябрь проспектыда урынлашҡан биш ҡатлы йорт хужалары торлаҡтың эстән емерелә, түбә таҡталарының ишелеүенә зарлана. Был емерелеп бөтөп барған бүлмәлә Рәмилә 13 йәшлек ейәне менән көн итә. Түбә таҡтаһы ишелеп төшә башлағас, ремонт эшләүҙең дә фәтүәһен күрмәйем, ти ул. Өфөнөң Октябрь проспектында урынлашҡан биш ҡатлы йортто төҙөүселәр өсөн, тип еренә еткермәйенсә эшләгәндәр, тигән фекерҙә бында йәшәүселәр.Дөйөм ҡулланыу урындары ла сафтан сыҡҡан. 4-се ҡатта йәшәүселәр үҙ көстәре менән аш-һыу, йыуыныу бүлмәләрен тәртиптә тоторға тырыша. Документтары буйынса барыһы ла тәртиптә булған торлаҡтың түбә таҡтаһын ишелеп төшмәһен өсөн терәү менән беркетеп ҡуйған бүлмәләр ҙә бар. Ошондай хәлдә булған бүлмәлә торлаҡ хужаһы ярты йыл йәшәй. Ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итһәләр ҙә яуап та, ярҙам да юҡ. Йорт идаралығынан килгәндәрҙең эше – ишелгән түбә таҡтаһын терәтеүҙән ары китмәй.Был дөйөм ятаҡта 1960-сы йылдан алып бер генә тапҡыр ҙа ремонт яһалмаған.... Стена, түбә таҡталары емерелеп, ишелеп төшөп килә, ә крандан бер туҡтауһыҙ һыу аға....Өфөнөң үҙәгендә ултырған биш ҡатлы торлаҡтың фасадын ШОС һәм БРИКС саммиттары алдынан 2015-се йылда тәртипкә килтерәләр. Әммә йорттоң тышҡы торошое эскеһенә бөтөнләй тап килмәй.Йорттоң техник паспорты буйынса барыһы ла яҡшы булғас, унда көн итеүселәрҙең ыҙалап йәшәүҙәре хаҡында берәүҙең дә ишеткеһе килмәй.Тамсы тама-тама таш тишә тигәндәй, төрлө инстанциялар буйлап йөрөй торғас халыҡтың да мөрәжәғәтенә торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты иғтибар итә. Әлегә иһә бында йәшәүселәргә сабырлыҡ тупларға һәм тейешле ҡарар ҡабул ителгәнен көтөргә генә ҡала.
Тыштан ялтырап, эстән ҡалтырап тора
Тулыраҡ: Тыштан ялтырап, эстән ҡалтырап тора