Бөгөн Ҡорбан байрамының икенсе көнө

Тулыраҡ: Бөгөн Ҡорбан байрамының икенсе көнө

Республика халҡы Ислам диненең оло байрамы — Ҡорбан ғәйетен билдәләне. Барлыҡ мәсеттәрҙә лә Ғәйет намаҙҙары башҡарыла һәм махсус майҙандарҙа ҡорбан салына. Ә Ҡорбан байрамына арналған төп саралар Ләлә мәсетендә үтте. Халҡыбыҙҙың оло байрамдарының береһе-Ҡорбан байрамын республика халҡы йыл да ҙур ихтирам менән үткәрә. Ҡорбан ғәйетендә барлыҡ мосолмандар иртә менән мәсеттәргә йыйылып, намаҙ уҡый. Шулай уҡ был көндө хәйер биреү, яҡындарың менән күрешеү, бүләк тапшырыу кеүек изге ғәмәлдәр башҡарыла. Иртә менән байрамса кейенгән халыҡ мәсеткә ашыҡты. Изге көндә ғәйет намаҙын уҡырға, бер-береһен байрам менән ҡотларға һәм ҡорбан салыу ниәте менән бихисап мосолман йыйылды. Был көндәрҙә дингә инанған һәр кешенең күңеле миһырбанлылыҡ һәм ғәҙеллек, яҡыныңдың хәлен уртаҡлашыу, уның хаҡында хәстәрлек күреү кеүек изге тойғолар һәм яҡты уйҙар менән һуғарыла. Быуаттар дауамында был изге байрам мосолман донъяһы халыҡтарын берләштерә.«Ҡорбан» һүҙе «яҡынайыу» мәғәнәһендә, Аллаһы Тәғәләгә изге ғәмәлдәр менән яҡынайыуҙы аңлата. Байрам көнөндә ҡорбан ҡылыу - бөйөк бүләккә ирештерә торған яҡшы эш. Ҡорбан байрамының иң ҙур йолаһы — Мәккә-Мәҙинәгә хаж ҡылыу. Тик коронавирус таралыу сәбәпле икенсе йыл рәттән республика халҡы мосолмандарҙың изге урыны – Мәккә ҡалаһына һәм уның эргәһенә хаж ҡылырға бара алмай. Ҡорбан Ғәйетенә бағышланған саралар республиканың барлыҡ мәсеттәрендә лә үтте. Өфөлә Ҡорбан салырға ике майҙан билдәләнде. Зинин ҡасабаһындағы "Каруан" сауҙа үҙәге һәм төньяҡ автовокзал биләмәһендә. Шулай ҙа был изге ғәмәлде башҡарыу өсөн айырым шарттарҙың булыуы кәрәк. Ҡала хакимиәтенең махсус комиссияһы бының өсөн тәғәйенләнгән майҙансыҡтарҙың санитар нормаға тап килеүен тикшерҙе. Байрам көнөндә ҡорбан салыу —  бөйөк бүләккә ирештерә торған изге эш. Ҡорбан өсөн мал – дөйә, һыйыр, кәзә йәки һарыҡ махсус һимертелә. Салынасаҡ мал һау-сәләмәт булырға тейеш. Иттең бер өлөшө ярлыларға һәм мохтаждарға таратыла, икенсе өлөшө байрам табынын әҙерләүгё, туғандарға, дуҫтарға бешереп ашатыла, ә өсөнсө өлөшөн инде мосолман үҙенә алып ҡалырға мөмкин.Ҡорбан ғәйете төрлө милләт вәкилдәре, халыҡтар араһындағы татыулыҡты ла сағылдырыусы байрам. Өс көн дауамында бөтә мосолман халҡы донъяның төрлө мөйөшөндә байрам шатлығын бер-береһе менән бүлешә, йорттарында байрам ашы ойоштора, ҡорбан табындарына йыйыла. Быйыл да Ҡорбан байрамы барлыҡ санитар талаптарҙы үтәп ойошторолдо.