Вакцина эшләтегеҙ

Тулыраҡ: Вакцина эшләтегеҙ

Эш һәм мәшғүллек буйынса федераль хеҙмәт коронавирустан прививка яһатмаған хеҙмәткәрҙәрҙе эш урындарынан ситләтеү ҡағиҙәләрен билдәләне. Рәсәй яңылыҡтар агентлығының ошо хаҡтағы мәғлүмәтенә ҡарағанда 15 августан эш биреүсе вакцинацияланмаған хеҙмәткәрҙе эш урынына үткәрмәҫкә ҡарар итә ала. Был осраҡта хеҙмәт хаҡы түләнмәй. Ҡағиҙә ситтән тороп эшләгәндәргә лә ҡағыла. Хеҙмәткәр прививканан баш тартып ғариза яҙа, эш урынына йә вакцинация үткәс, йә пандемия тамамланғас ҡына ҡайта ала. Башҡортостан предприятиелары ошо хәлгә тарымаҫ өсөн дә хеҙмәт коллективтарында күмәк вакцинациялау ойошторҙо. Өфө районындағы иң ҙур ауыл хужалығы предприятиеларының береһендә 600-ҙән ашыу кеше эшләй. Пандемия башынан коронавирустың аҙған осрағы теркәлмәһә лә айырым хеҙмәткәрҙәр сирҙе үткәргән. Совхоз идараһы күмәк вакцинация иғлан итеү менән күптәр аңлы рәүештә прививка яһатырға теләк белдерә. Бөгөнгә коллективтың яртыһы тиерлек вакцина алған. 36 йыл йылытмала йәшелсә үҫтергән Миләүшә Абдуллина ла прививка яһатырға тәүәккәлләгән. Тормош иптәшенең Гам-ковид-вактың ике компонентын да еңел кисереүе уның ошо ҡарарын тиҙләткән. Алексеевка совхозы вакцинациялауҙы 17 июндән әүҙемләштергән. Хеҙмәткәрҙәр өсөн уңайлы шарттар уларҙың эш һәм ял сәғәттәрен иҫәпкә алып уйлап ҡоролған. Көн һайын көндөҙгө сәғәт икелә проходнойҙан ауыл амбулаторияһына тиклем автобус юллана. Ауыл амбулаторияһында теләгән һәр кем прививка яһата ала. Көнэлгәре төҙөлгән исемлек буйынса. Тәүҙә, әлбиттә, табип тикшереүе мотлаҡ. Коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү саралары Газпром Нефтехим Салауат предприятиеһында ла көсәйтелгән. 72 йыл буйы өҙлөкһөҙ эшләгән комбинатта хеҙмәткәрҙәрҙең сәләмәтлеген хәстәрләү тәү бурыстарҙың береһе. Йоғошло сирҙән прививка яһатып ҡотолоуҙы завод аппаратчигы Александр Тарасов та хуплай. Вакцинаның ыңғай тәьҫирендә шикләнмәйем, ти. Әлегә төп предприятие һәм уның бүлексәләрендә эшләгән 14185 кешенең 7 меңдән ашыуы вакцинацияланған, прививканы хаҡлы ялдағылар ҙа ҡуйҙырған. Коллектив иммунитет булдырыуға өҫтәп компания хеҙмәткәрҙәргә даими ПЦР-тестар үткәрә. Махсус лаборатория завод биләмәһендә анализ алыуҙы ойошторған. Прививка кабинетында иһә көнөнә 200 кешегә вакцина ҡуйыла.Нәфисә Кинйәбаева Полиэф заводы пандемия башынан ҡәтғи карантин тәртибендә эшләй. Күмәк вакцинация өсөн бында әлегә тиклем аҙнаһына бер көн билдәләнһә, 21 июлдән прививка яһатырға теләгәндәрҙе медсанчасть аҙнаһына ике көн ҡабул итә башлай. Рәсәйҙә полимер төргәктәр өсөн йөҙәр мең тонна сеймал етештергән предприятиела 688 кеше эшләй. Шуларҙың 400-ҙө коронавирустан прививка яһатҡан. Иммунизация кимәленең 60 проценттан артыуына ҡарамаҫтан эш урындарында хәүефһеҙлек саралары теүәл үтәлә. Халыҡтың 60 проценты вакцинацияланған хәлдә КОВИД 19-ға бирешмәҫ коллектив иммунитетҡа өлгәшергә мөмкин. Белгестәрҙең был маҡсаты күмәк вакцинация аша бойомға ашырыла. Әлеге ваҡытҡа республика халҡының 800 меңгә яҡыны вакцинаның тәүге, 470 меңдән ашыуы ике компонентын да ҡабул иткән. Коллектив иммунитеттың талап ителгән кимәленә өлгәшер өсөн күмәк вакцинациялауҙың яйға һалынған тиҙлеген үтәйһе ҡала.