Ҡала хакимиәте менән уртаҡ фекергә килеп булырмы?

Тулыраҡ: Ҡала хакимиәте менән уртаҡ фекергә килеп булырмы?

Киоск, павильондарҙы тулыһынса емереп ташлап, ошо урындарҙы эшҡыуарҙарға ҡуртымға биреү ҡулайлымы әллә күп йылдар бер урында үҙҙәренең кәсептәрен үҫтергән эшҡыуарҙар менән яңы килешеүҙәр төҙөү отошлораҡмы? Стационар булмаған һатыу объектары хужалары яҡын арала кәсепһеҙ тороп ҡалыуыбыҙ ихтимал, тип борсола һәм был мәсъәләне ҡала хаимиәте менән уртаға һалып һөйләшергә кәрәк, тип иҫәпләй. Рәмилә Әҡбәрова үҙенең эшен яратып башҡара. Хеҙмәттәштәре менән көн дауамында бешергән ҡамыр аҙыҡтарын кискә тиклем һатып алып бөтәләр. Был икмәк бешереүсе өсөн ҙур баһа, тимәк, ихтыяж бар, ти Рәмилә Әҡбәрова. Ханым Раевка ҡасабаһынан йөрөп эшләй. 3 көн эш көнө, 3 көн ял, был көндәрҙә иһә фатирҙы ҡуртымға алырға тура килә, ти ул. Рәмилә Әҡбәрова һәм тағы ла уның 5 хеҙмәттәше бер көндө эшһеҙ тороп ҡалыуҙары ихтимал. Өфөләге киң таралған ҡамыр аштарын бешереүсе һатыу объекты 14 нөктәлә урынлашҡан, шуларҙың икәүһе халыҡ күп йөрөгән урында, автобус туҡталыштары эргәһендә төпләнгән һәм ул стационар булмаған һатыу объекты, тип иҫәпләнә. Павильон йәиһә киосктар – быларҙың барыһы ла стационар булмаған һатыу объектары. Өфө ҡалаһында уларҙың һаны 130 меңдән ашыу. Йылдар дауамында ҡуртымға алыу килешеүҙәре бер нисә тапҡыр үҙгәрә, шулай уҡ стационар булмаған һатыу объекттарын да хәҙер элекке киосктар, тип әйтеп булмай. Һәр бер нөктәлә үҙенең аҙыҡ әҙерләү, ашау урындары, бәҙрәфе бар. Ҡайһы берҙәре “аҡыллы” йәмәғәт транспорты туҡталыштарын тәъмин итә.Сергей ... иһә үҙенә күпкә табышлы кәсеп менән шөғөлләнеп аҡса эшләй алыр ине, әммә милли мәҙәнәниәтте үҫтереүҙе хуп күрә һәм ул үҙ кибетендә сувенирҙар һата. Эшҡыуарҙар һатыу объекттарын заман талаптарына, ҡала мөхитенә тура килтереп йыһазландырған, бының өсөн бер нисә миллиондан ашыу аҡса сарыф ителгән. Элеккесә киоск тип ҡабул ителгән һатыу нөктәләре йәиһә стационар булмаған һатыу объекттары хужалары яңы буласаҡ үҙгәрештәр ҡәтғи, тип иҫәпләй һәм ҡала хакимиәте тарафынан ике яҡлы килешеү булырға тейеш, тигән фекерҙә. Өфө ҡала хакимиәте иһә стационар булмаған һатыу объекттарын бөтөнләй һүтеп ташлау дөрөҫ мәғлүмәт түгел һәм бар эш тә законға ярашлы башҡарыла, тип билдәләй. Эшҡыуарҙар иһә, үҙ сиратында, ҡала хаимиәте менән осрашып ике яҡҡа ла аңлайышлы бер килешеүгә килеүҙе һорай. Һәр һатыу нөктәһенең даими һатып алыусыһы бар. Тап ошондай бәләкәй һатыу нөктәләре конкурентлыҡ барлыҡҡа килтерә, тимәк, һәр ойошма һатып алыусыға сифатлы тауар тәҡдим итергә тырыша. Әгәр бер генә һатыу нөктәһе юғала икән, тимәк, тулы бер система юғала: аҙыҡ-түлек менән тәъмин итеүселәргә яңы һатыу нөктәләрен, хеҙмәткәрҙәргә иһә яңы эш урындарын табырға тура киләсәк. Нисәмә йылдар үҙ кәсептәрен үҫтергән эшҡыуарҙар яңы үҙгәрештәргә һәм килешеүҙәргә әҙер.