Рәсәйҙең Пенсия фонды 6 йәштән 18 йәшкә тиклемге балаларға пособие түләү өсөн ғаризалар ҡабул итә башлауы хаҡында белдерә. Бер тапҡыр бирелә торған социаль ярҙам суммаһы — 10 мең һум. Был аҡса уҡыусыларға беренсе сентябргә кәрәк-яраҡтар алыу өсөн тәғәйенләнә. Башҡортостандан 650 меңдән ашыу бала уға дәғүә итә. Иглин ҡасабаһында йәшәүсе ишле ғаилә Раушания һәм Рөстәм Ғәбиҙулиндар өсөн бер тапҡыр биреләсәк 10 мең һум күләмендәге пособие, балаларҙы яңы уҡыу йылына әҙерләүгә ҙур ярҙам. Был аҡсаны алты йәштән 18 йәшкә тиклемге балалары, шулай уҡ дөйөм белем биреү программаһы буйынса уҡыуын дауам иткән 18-ҙән 23 йәшкә тиклемге инвалид балаларҙың ата-әсәһе, опекундары йәки попечителдәренә алыу мөмкинлеге бар.Пособие юллау өсөн тейешле мәғлүмәтте, шул иҫәптән аҡса күсереү өсөн банктағы иҫәп номерын яҙып, дәүләт хеҙмәттәре порталында ғариза бирергә йәки йәшәгән урын буйынса Пенсия фонды идаралығына мөрәжәғәт итергә мөмкин.Түләү алыр өсөн 15 июлдән 1 ноябргә тиклем мөрәжәғәт итергә мөмкин. Ғариза Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша бирелгән саҡта өҫтәмә документтар йыйыу кәрәк булмаясаҡ.
Пособие юллау тәртибе
Тулыраҡ: Пособие юллау тәртибе