“Толпар” хоккей командаһы ялдан сығып яңы үрҙәр яуларға әҙерләнә. Әйткәндәй, быйыл был команда күп үҙгәрештәр кисерҙе. Хәҙер йәш хоккейсыларҙы ниндәй тренер әҙерләй, командала нисә кеше иҫәпләнә? Хоккей-егеттәрҙән ныҡышмаллыҡ талап итә. Команданың һәр хоккейсыһы был спорт төрөн һағынып көткән, тип әйтергә мөмкин. Әле Өфөнөң “Толпар” командаһы Йәштәр хоккей лигаһының яңы миҙгеленә әҙерләнә. Уларҙы етәкләйәсәк яңы тренер Лев Бердичевский хоккеистар менән яҡындан таныша ғына. «Толпар» командаһы быйыл 3-1 иҫәп менән Түбәнге Новгородтың «Чайка» клубын еңеп Харламов Кубогының ярым финалына сыҡҡайны. Был уңыш Башҡортостан коллективына кәмендә бронза миҙал килтерҙе. “Толпар” командаһының составында ла быйыл үҙгәрештәр барлыҡҡа килде. Хәҙер командала 40 хоккейсы иҫәпләнә. Әйткәндәй, командала 2003-тән алып 2006-сы йылғылар ҙа уйнай. Киләсәктә уларҙың юлаевсылар составына эләгеү мөмкинлеге бар.Хоккейсыларҙың һәр береһе физик яҡтан көслө һәм ныҡышмал булыуы мөһим. Боҙҙан тыш, улар залда ла спорт менән шөғөлләнә. Тап “Толпар” командаһы көс буйынса күрһәткестәрҙән күренеүенсә башҡа командаларҙан физик әҙерлеге менән айырыла.Әле толпарҙар боҙ һәм залда күнекмәләрен дауам итә. Июль аҙағында улар “Салауат Юлаев” хоккей клубы Кубогы өсөн көрәш башлай.
Толпар нимәгә иҫәп тота?
Тулыраҡ: Толпар нимәгә иҫәп тота?