Быуат төҙөлөшө дауам итә

Тулыраҡ: Быуат төҙөлөшө дауам итә

Өфөнән көнсығыш сығыу юлында эштәр тәүлек әйләнәһенә туҡтамай. Объекттың оҙонлоғо 14 километр, бында тоннель, тиҙлек трассаһы һәм төбәктә иң оҙон эстакада менән тоташҡан күпер һалына. Һыу үткәрмәҫ кәртә конструкторҙай ҡорола. Һәр шпунт йылға төбөнә 10 метр тәрәнлеккә ҡағыла, Август башына объектты монтажлағас ҡамалған биләмәнән һыу һурҙыртып алынасаҡ. Йылға һәм һыу ятҡылыҡтарында үткәрелгән монолит эштәрҙең был ҡәҙимге ғәмәле. Буласаҡ күперҙең бетон терәктәре йылғанан 25 метр тирәһенә артылып торасаҡ. Көнсығыш сығыу юлының был ҡыҫҡа, әммә мөһим арауығы. Төҙөлөш экологияға зарар килтермәй. Техник ҡоролмалар тирәһендә ниндәй балыҡ эркеүе өйөрөлгәне танылмаһа ла, төҙөүселәрҙең Өфө йылғаһына 600 мең йотҡолоҡ ебәргәне мәғлүм. Һүҙ “Ҡыҙыл китаптағы” уҡбалыҡ тураһында. Илдең ҙур өлөшөндә уны ҡармаҡлау тыйылған. Йылғаның аръяғында буласаҡ эстакада ҡоролмалары күренә. Күпер менән уларҙың икеһен 72 монолит терәк тотасаҡ. Һыуға иң яҡын терәк әле төҙөлөп бөтмәгән, ул икеләтә бейегерәк буласаҡ. Төҙөүселәр юлды ташҡын һыуҙан аралау әмәлен күргән. Күпер менән эстакаданың дөйөм оҙонлоғо ике километр ярым. Көнсығыш сығыу юлы 2023 йыл аҙағына төҙөлөп бөтөр, тип көтөлә.