Вакцина эшләт

Тулыраҡ: Вакцина эшләт

Эш һәм мәшғүллек буйынса федераль хеҙмәт коронавирустан прививка яһатмаған хеҙмәткәрҙәрҙе эш урындарынан ситләтеү ҡағиҙәләрен билдәләне. Рәсәй яңылыҡтар агентлығының ошо хаҡтағы мәғлүмәтенә ҡарағанда, 15 августан эш биреүсе вакцинацияланмаған хеҙмәткәрҙе эш урынына үткәрмәҫкә ҡарар итә ала. Был осраҡта хеҙмәт хаҡы түләнмәй. Ҡағиҙә ситтән тороп эшләгәндәргә лә ҡағыла. Хеҙмәткәр прививканан баш тартып ғариза яҙа, эш урынына йә вакцинация үткәс, йә пандемия тамамланғас ҡына ҡайта ала. Башҡортостан предприятиелары ошо хәлгә тарымаҫ өсөн дә хеҙмәт коллективтарында күмәк вакцинациялау ойошторҙо.