Ҡырмыҫҡалы районында “ДЭЛЕКСА” предприятиеһы Сәнәғәтте үҫтереү фонды ярҙамы менән яңы дезинфекциялау саралары ҡойоу линияһын сафҡа индерҙе. Һатып алынған заманса ҡорамалдар етештереү күләмен айына 300 тоннаға еткереү мөмкинлеген бирә. Элек пластик һауыттарҙың ҡапҡастары ҡул менән бороп ҡуйылһа, хәҙер был эште заманса техника башҡара. “ДЭЛЕКСА” предприятиеһы Башҡортостандың Сәнғәтте үҫтереү фонды ярҙамы менән автоматлаштырылған ҡоролма һатып алған. Хәҙер был ойошма тәүлегенә 10 тоннаға тиклем дезинфекция саралары етештереү ҡеүәтенә эйә. Цехта продукция сифаты етди контроль үтә. Химик лабораторияла дезинфекция сараларының бөтә компоненттары ентекле тикшерелә. Антисептиктар составында аммоний берләшмәләре лә бар. Был химик мәтдә ҡулдарҙы шыйыҡса кипкәс тә һаҡлау көсөнә эйә. Пандемия осоронда дезинфекция сараларына ихтияж бер-нисә тапҡырға артты. Антисептиктар республиканың бөтә һаулыҡ-һаҡлау учреждениеларына ебәрелә, күпләп һатыуға тип тә етештерелә. Мәғлүм булыуынса быйыл республикалағы 11 ойошмаға йылына 1 процент менән 1,6 миллиард һумлыҡ займ бирелгән, уның 500 миллион һумы – федераль фондтан.
Дәүләт ярҙамы
Тулыраҡ: Дәүләт ярҙамы