Комсомол урамы ҡасан асыла?

Тулыраҡ: Комсомол урамы ҡасан асыла?

Башҡортостанда бер тәүлек эсендә коронавирус йоҡтороуҙың 257 осрағы теркәлгән. Өфө буйынса 52 кеше. Ошо турала ҡала хакимиәтендә үткән ултырышта Роспотребнадзорҙың төбәк идаралығы етәксеһе урынбаҫары Галина Пермина белдерҙе. Коронавирусҡа ҡаршы вакцинациялау әүҙем дауам итә. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, прививканың беренсе һәм икенсе компонентын 1 млн 300 меңдән ашыу кеше эшләткән. Тотош иммунизацияны 421158 граждан үткән. Торатау конгресс-холында асылған үҙәктә генә 5 көн эсендә 2 меңгә яҡын прививка эшләтелгән.Йәй ҡаланы төҙөкләндереү осоро. Сергей Греков аҙна аҙағына тиклем Совет урамы һәм ике сквер асылыуы тураһында әйтте. Был объектта әле эштәр тамамланыуға бара. Өфөнөң Комсомол һәм 8 март урамдарында барған ремонт эштәре лә тамамланыуға бара. Был урамдар буйлап хәрәкәт 1 сентябргә асыласаҡ, тип белдерҙе юлдар һәм яһалма ҡоролмалар төҙөү һәм ремонтлау идаралығы етәксеһе Константин Паппэ. Ултырыш барышында “Инженерлы стапель” ойошмаһы етәксеһе Робер Бәхтиев уникаль инновацион тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Ә райондың социаль-иҡтисади күрһәткестәре һәм үҫеш йүнәлештәре менән был юлы ҡаланың Ленин районы таныштырҙы.