Бер быуатлыҡ юбилейға яңы мәктәп

Тулыраҡ: Бер быуатлыҡ юбилейға яңы мәктәп

Өфө ҡалаһының 21-се лицейына быйыл 100 йыл. Үткән йыл авария хәлендәге мәктәпте тулыһынса боҙоп, быйыл яңы бина төҙөлдө. Тышҡы һәм эске эштәр бер юлы бара. Физика кабинетында стена, иҙән тигеҙләп һыланған, тағы ла буяу эштәрен башҡараһы бар. Әлегә парталар урынлаштырылмаһа ла, һәр партаға тәғәйен интернет һәм электр сымдары һуҙылған. Барыһы 32 уҡыу кабинеты, бынан тыш уҡытыусылар өсөн бүлмә, спорт залы, айырым ашхана һәм танатаналар залы.4 ҡатлы лицейҙа лифт буласаҡ, бына ул уның урыны. Ә уның алдында бәләкәй генә бүлмә янғынға ҡаршы зона тип атала, аҙ йөрөшлө гражданлар, коляскалаҙы балалар өсөн тәғәйен. Янғын булған осраҡта ошонда махсус ишек ябыласаҡ, йылы һәм һауа ебәреләсәк.. Яңы мәктәп дәүләт стандарттарына, санитар талаптарға ярашлы төҙөлә. Яңы төҙөлөш технологиялары ҡулланыла. Һәр башҡарылған эш тикшереү үтеп ҡабул ителә. Төҙөлөштә барыһы 150-нән ашыу төҙөүсе 2 смена менән эшләй. Ир-егеттәр бөтә монтаж, төҙөү эштәрен башҡарһа, ә иң юғары нөктәлә кран менән ҡатын-ҡыҙ идара итә. 21-се лицей илдең иң яҡшы мәктәптәр иҫәбенә инә, бында уҡырға теләүселәр ҙә байтаҡ. Лицей тарихҡа бай, быйыл ул үҙенең 100 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Юбилейға иһә ҙур бүләк – яңы мәктәп. Бина август аҙаҡтарында тапшырылырға ҡаралған. 1-се сентябрҙә өр яңы күркәм лицей үҙенең уҡыусыларын ҡаршы аласаҡ.