Башҡорт ҡурайы үткән менән хәҙерге заман араһында күпер һала

Тулыраҡ: Башҡорт ҡурайы үткән менән хәҙерге заман араһында күпер һала

“Рәсәй” медиаүҙәгендә талантлы ҡурайсы Юлай Ҡасимовтың “Саптар” тип исемләнгән беренсе альбомының исем туйы үтте. Альбомда “Бейеш”, “Ҡолой кантон”, “Шафиҡ”, “Сыңрау торна” кеүек башҡорт халыҡ көйҙәре урын алған. Һәр композиция традицион вариантта һәм шулай уҡ заманса аранжировка менән эшләнгән. Төп маҡсат — башҡорт ҡурайының, башҡорт халыҡ көйҙәренең һәм ғөмүмән милләтебеҙҙең тарихын яңы форматта, йәғни, заманса стилдә замандаштарыбыҙға еткереү, ти ҡурайсы. Альбом Мостай Кәрим исемендәге фонд ярҙамында сығарыла. Август айында беҙҙең телекомпания ярҙамында көйҙәргә айырым видеоклиптар төшөрөлә башлаясаҡ.