Республикала вакцинация темпын арттырыу бурысы ҡуйылды

Тулыраҡ: Республикала вакцинация темпын арттырыу бурысы ҡуйылды

Радий Хәбиров балалар лагерҙарында коронавирус таралыуына юл ҡуйған етәкселәрҙе эшенән бушатырға ҡушты. Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә төбәк етәксеһе Ковидҡа ҡаршы көрәш сараларының етә үтәлмәүенә ҡаты киҫәтеү белдерҙе. Вакцинация темпын арттырыу бурысы ҡуйылды. Башҡортостандағы балалар лагерҙарының береһе ваҡытынан алда йәйге миҙгелде тамамларға мәжбүр. Сәбәбе – коронавирус. Бер юлы 46 балала был мәкерле сир табылған. Роспотребнадзорҙың Башҡортостандағы идаралығы етәксеһе Анна Казак билдәләүенсә, тикшереү барышында бихисап учреждениеларҙа етешһеҙлектәр асыҡланған. Радий Хәбиров Мәғариф министрлығына бөтә лагерҙарҙы тикшерергә, ә яуапһыҙ етәкселәрҙе эштән бушатырға бойорҙо.Ковид-19 таралыу күрһәткесе буйынса Башҡортостанда хәл башҡа төбәктәрҙән ҡарағанда тотороҡло ҡала. Шуға ла дүшәмбенән ғәмәлгә индерелергә тейешле сикләүҙәрҙе кисектерергә ҡарар ителде. Ә ул сикләүҙәр буйынса был аҙнанан фитнес-клуб, бассейн, СПА, сауна, ресорандарға һәм башҡа учреждениеларға инеү өсөн прививка тураһында сертификат йә ПЦР-тест булырға тейеш ине. Роспотребнадзор тикшереүҙәренән тағы бер мәғлүмәт – Өфөлә май айынан башлап һауалағы ҡырҡыу еҫкә зарланыусыларҙан 300-ҙән ашыу мөрәжәғәт булған. Сығанаҡтары – Башнефть, ӨфөОргСинтез заводтары һәм Өфөводоканал. Уларҙа әле планлы һәм пландан тыш тикшереүҙәр ойошторолған. Өфөләге эре предприятиеларҙың береһе моторҙар эшләү берекмәһе Оператив кәңәшмәлә ҙур компаниялар эшмәкәрлеге менән танышыу йолаһын дауам итеп отчет менән сығыш яһаны. Авиация двигателдәре менән дан тотҡан ойошма яңы төр двигателдәр етештереүҙе яйға һала. Проблемаларҙан эшсе ҡулдар етешмәүе, кадрҙарға ҡытлыҡ булыуы билдәләнде. Был мәсьәләне комплекслы хәл итеү бурысын ҡуйҙы Радий Хәбиров. Комплекслы хәл итәһе бурыстарҙың береһе баҡсасылыҡ ширҡәттәрен электр энергияһы менән тәьмин итеүгә бәйле. Ҙур бурыстар арҡаһында йәй миҙгелендә баҡсасылар утһыҙ ҡала, намыҫһыҙ ҡулланыусылар менән көрәш йылдар буйына дауам итә. Уны хәл итеүҙең уңайлы моделен табырға кәрәк, тине Радий Хәбиров. Коронавирус темаһына әйләнеп ҡайтып оператив кәңәшмәлә иғлан ителгән статистикаға иғтибар итеү зарур. Ковидтан үлеүселәрҙең 80 проценты 60 йәштән үткәндәр, шул уҡ ваҡытта прививка эшләткәндәр араһында үлеүселәр юҡ тиелде ултырышта. Сирҙе ауыр хәлдә кисереүселәр араһында ла ни бары ярты процент ҡына вакцинацияланған пациенттар. Әйткәндәй, Башҡортостанда әле 185 вакцинация пункты эшләй. Бөтәһе 1 миллиондан ашыу доза ҡайтарылған, шуның 85 процент тирәһе ҡулланылған. Ошо көндәрҙә респуликаға бер компонентлы Спутник Лайт вакцинаһы ҡайтарыла.