Республикала коронавирусҡа ҡаршы прививканы уҡытыусыларҙың 50 проценттан күберәге эшләткән. Был турала “Рәсәй” медиа үҙәгендә үткән матбуғат конференцияһында Башҡортостандың матбуғат һәм фән министры Айбулат Хажин белдерҙе. Әле төбәктә дөйөм вакциналауға мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәре, мәктәп, колледж һәм вуз уҡытыусылары ла ҡушылды. Башҡортостандың мәғариф һәм фән министрлығы республика уҡытыусыларына 1 сентябргә тиклем коронавирустан вакцина эшләтергә тәҡдим итә. Медицина күрһәтмәһенән тыш, вакцинациялауҙан баш тартҡан осраҡта эшкә индермәүҙәре ихтимал. Министрлыҡтың 2021 йылдың 15 июлендәге ҡарарына ярашлы, вакцина эшләткән уҡытыусыларға өҫтәмә ял көндәре бирелә.
Уҡытыусыларға 1 сентябргә тиклем вакцина эшләтергә тәҡдим ителә
Тулыраҡ: Уҡытыусыларға 1 сентябргә тиклем вакцина эшләтергә тәҡдим ителә