Башҡаланың Ерҙәрҙе мелиорациялау идаралығы республика предприятиеларында ойошторолған күмәк вакцинацияға ҡушылды.Был өлкә хеҙмәткәрҙәре өсөн дистанцион эш башҡарыу ҡатмарлы, белгестәр баҫыуҙа, йәиһә башҡа объекттарҙа шәхсән булырға тейеш, шуға ла учреждение етәкселеге хеҙмәткәрҙәргә прививка яһатыуҙың мөһимлеген аңлатыу маҡсатын ҡуйған. Медицина сәбәптәре буйынса вакцина ҡуйыу рөхсәт ителмәгән осраҡтарҙан башҡаһында мелиораторҙар коронавирусҡа ҡаршы прививканы яһатырға аңлы ҡарар иткән. Мөслимә Гәрәева ярты йыл элек КОВИД ун туғыҙ сирен үткәргән, хәҙер иһә табиптар кәңәше менән вакцина эшләтә.
Республика предприятиеларында күмәк вакцинация үтә
Тулыраҡ: Республика предприятиеларында күмәк вакцинация үтә