Эш урынында вакцина яһатыу – уңайлы һәм тиҙ

Тулыраҡ: Эш урынында вакцина яһатыу – уңайлы һәм тиҙ

Куйбышев тимер юлы хеҙмәткәрҙәренең яртыһынан күбеһе ковидҡа ҡаршы вакцинаның беренсе компонентын, 13 меңе икенсе компонентын яһатҡан. Анна Козарезға көн һайын тиерлек меңләгән кеше менән аралашырға тура килә. Шуға ла ул вакцина яһатырға тигән ныҡлы уйға килгән. Эш урынында вакцина яһатыу – уңайлы һәм тиҙ, ти Анна Козарез. 12 июлдән Куйбышев тимер юлында эшләүселәр урындағы поликлиникала вакцина яһата ала. Әле 23 меңдән ашыу кеше „Спутник V„ „ЭпиВак„ „КовиВак„ тың беренсе компонентын эшләтеп өлгөргән дә инде.Куйбышев тимер юлының „РЖД-Медицина„ селтәрҙәрендә 13 стационар һәм 20 ашыу мобиль прививка пункты эшләй. Вакцина яһау пункттары Һамар, Өфө, Сызрань-1 тимер юлдарының бар поликлиникаларында һәм медицина пункттарында урынлаштырылған. Тимер юлы вокзалында вакцинациялау пункты асылғанға күрә, бындағы хеҙмәткәрҙәр эш урынын ҡалдырмайынса ғына прививка эшләтә ала. Киләсәктә бындай хеҙмәт пассажирҙар өсөн дә ҡаралған.