Көслө рухлы, ҡыйыу, кеше хоҡуҡтарын яҡлаусы һәм ғәҙеллек өсөн көрәшеүселәр. 25 июль – Тәфтиш органдары хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Әлбиттә, тәфтишсе эше еңелдән түгел, әммә шуныһы ҡыуаныслы: йәштәр ҙур теләк менән был һөнәрҙе һайлай. Араларында беренсе хеҙмәт йылында ун йыл элек башҡарылған енәйәт эшен асыҡлаусылар ҙа бар. Әмир Тоҡомбәтов бала саҡтан атаһы кеүек тәфтишсе булырға хыялланған. Шуға ла мәктәпте тамамлағандан һуң, бер икенәлеүһеҙ Мәскәүгә Рәсәйҙең тәфтиш комитеты академияһына уҡырға ингән. Бөгөн инде 24 йәшлек егет Өфөнөң Ленин районы буйынса тәфтиш бүлегендә йәш белгес. Сағыштырмаса аҙ тәжрибәһенә ҡарамаҫтан, һәләтле тәфтишсе 10 йыл дауамында фашланмаған ҡаты енәйәттең асылыуына ирешкән. Элекке эштәр менән танышҡан ваҡытта, 2011-се йылда Дим районында урынлашҡан баҡсаларҙың береһендә кеше үлтереү осрағы уның иғтибар йәлеп итә. Эште яңынан тергеҙеп, шаһиттарҙан һорау алғанда ирҙе кем үлтергәне асыҡлана. Етәкселәре лә Әмир Әсҡәт улын бүлектәге иң яҡшы хеҙмәткәрҙәрҙең береһе, тип маҡтай. Ғөмүмән, Ленин районында штатта 6 тәфтишсе һәм уларҙың икәүһе өмөтлө, ышаныслы йәш белгес. Тәүге эш йылдарында йәш егет-ҡыҙҙарға күп көс төшөрмәү яҡшыраҡ. Шуға ла ун йыллыҡ хеҙмәт стажы булған бүлек етәксеһе Александр Гурьев шәхсән үҙе һәр хеҙмәткәренә остаз, эш серҙәре, кәңәштәре менән бүлешә. Эштәре еңелдән булмаған һөнәр эйәләре араһында ҡатын-ҡыҙҙар ҙа юҡ түгел. Коллективта стажировка үтергә килеүселәр араһында ла гүзәл заттар күп. Мәҫәлән, Карина менән Алина Санкт-Петербугтағы Рәсәйҙең тәфтиш комитеты академияһында уҡып йөрөйҙәр, әле практикаға буласаҡ хеҙмәттәштәре менән бергә эштең айышына төшөнә. Был һөнәрҙе һайлаусы йәштәр әйтеүенсә, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренең маҡсаты бер – ярҙам итеү. Ауыр саҡтар, төшөнкөлөккә бирелгән мәлдәр ҙа булғылай, әммә кешеләрҙең рәхмәт һүҙҙәре тағы ла ҡанатландырып, эшкә дәрт өҫтәп ебәрә, ти тәфтишселәр.
Ғәҙеллек өсөн көрәшеүселәр
Тулыраҡ: Ғәҙеллек өсөн көрәшеүселәр