Һайлауға әҙерлек башланды

Тулыраҡ: Һайлауға әҙерлек башланды

Сентябрҙә үтәсәк һайлауҙар барышын Башҡортостанда партиялар йәмәғәт ойошмалары менән берлектә күҙәтәсәк. Өфөлә сәйәси кампанияға әҙерлек сиктәрендә ойошторолған түңәрәк өҫтәлдә һүҙ ошо хаҡта барҙы. Унда быйылғы һайлауҙарҙа ҡатнашыу хоҡуғын алған 10 сәйәси фирҡә вәкилдәре ҡатнашты. Дәүләт Думаһына һайлау барышының тыныс шарттарҙа һәм законға ярашлы үтеүен тәьмин итеүҙә партиялар берләшеү яҡлы. Сөнки һайлау быйыл 3 көн дауам итәсәк, закон яғынан да бихисап үҙгәрештәр бар.