Рәсәйҙең башҡа төбәктәре менән сағыштырғанда беҙҙең республикала мәкерле сир таралыу күрһәткесе түбән булһа ла, табиптар мотлаҡ вакцина эшләтеү кәрәклеге тураһында белдерә. Ковидтан үлеүселәрҙең 80 проценты 60 йәштән үткәндәр, шул уҡ ваҡытта прививка эшләткәндәр араһында үлеүселәр юҡ. Сирҙе ауыр хәлдә кисереүселәр араһында ла вакцинацияланған пациенттар ни бары ярты процент ҡына. Әйткәндәй, Башҡортостанда әле 185 вакцинация пункты эшләй. Бөтәһе 1 миллиондан ашыу доза ҡайтарылған, шуның 85 процент тирәһе ҡулланылған. Респуликаға бер компонентлы Спутник Лайт вакцинаһы ла ҡайтарылды.
Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһына бәйле хәл ҡатмарлаша
Тулыраҡ: Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһына бәйле хәл ҡатмарлаша