Ковидтан һуң ҡайҙа реабилитация үтергә?

Тулыраҡ: Ковидтан һуң ҡайҙа реабилитация үтергә?

Коронавирус инфекцияһы менән ауырыған кешеләр республика дауалау-физкультура диспансерына йүнәлтмә алыу мөмкинлегенә эйә. Бында мөрәжәғәт итеүселәрҙең күбеһе короновирустан һуң һаулығын нығытырға теләүселәр. Диспансерҙа психологик ярҙам, дауалау- физкультура күнекмәләре, тын юлдары өсөн гимнастика, физиотерапия ла ҡаралған. Һәр пациент өсөн дауалау планы һәм реабилитациялау программаһы төҙөлә. Әгәр ҙә медицина күрһәткестәре буйынса, реабилитация тейеш икән, ул бушлай буласаҡ.