2018-се йылда 211 кеше, 2019-сы – 104, ә 2020-селә – 73 кеше һәләк булған. Был турала республика етәксеһе хәбәр итте. Радий Хәбиров әйтеүенсә, алкоголгә ҡаршы кампания үҙ һөҙөмтәһен бирә. Спиртлы эсемлектәр менән рөхсәтһеҙ сауҙа итеүгә ҡаршы көрәш сараларын көсәйтелгәс бер йылда ғына 4 мең литрҙан ашыу ялған араҡы һатыуҙан алынды. Кисен һәм төндәрен кибеттәрҙә иҫерткес эсемлектәр һатыу тыйылды. Яңы йыл каникулдарында, һабантуйҙарҙа, «Һуңғы ҡыңғырау» байрамында, Йәштәр көнөндә, Белем көнөндә башҡортостанда спиртлы эсемлектәр һатылмай.
Башҡортостанда алкоголдән ағыуланып үлеү осраҡтары кәмегән
Тулыраҡ: Башҡортостанда алкоголдән ағыуланып үлеү осраҡтары кәмегән