Ҡорттар күпләп ҡырыла. Кем яуап бирер?

Тулыраҡ: Ҡорттар күпләп ҡырыла. Кем яуап бирер?

Стәрлетамаҡ районы йүнселдәре өсөнсө йыл рәттән балһыҙ ҙа, умартаһыҙ ҙа ҡалған. Баҫыуҙарҙы ағыу менән эшкәртәләр, ғәйеп урындағы предприятиела, ти халыҡ. Быны иҫбатлар өсөн былай ҙа зыян күргән умартасыларға хәҙер үҙ аҡсаларына анализ эшләтергә тура килә. Ни өсөн беҙ үҙ ҡулдарыбыҙ менән башҡорт ҡорттарын юҡ итәбеҙ? Уларҙы һаҡлап ҡалыу өсөн берәй сара табылырмы? Вячеслав Ломоносов умартасылыҡ менән 1990-сы йылдарҙан алып шөғөлләнә. Быға тиклем бал ҡорттарының күпләп ҡырылыуын күргәнем юҡ ине, тип аптырай ул. Элек бер йыл эсендә өс тоннаға яҡын бал алһа, быйыл, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өс килограммы ла булмаясаҡ. Стәрлетамаҡ районында бал ҡорттарының ҡырылыуын умартасылар бер быйыл ғына күҙәтмәй, был мәсьәлә 2019-сы йылдан алып килә. Уның сәбәбе лә билдәле-урындағы предприятие эргә-тирәләге баҫыуҙарҙы махсус ағыу менән эшкәртә. Мөнир Ҡотлошин да зыян күреүселәр исемлегендә. Умартаһын ҡарарға сыҡҡанда ҡорттарҙың ерҙә балаҫ кеүек ятыуын күреп шаҡ ҡата. Хәҙер иһә умарта тәрбиәләр урынына, уға көн һайын ерҙе үле бал ҡорттарынан таҙартырға тура килә. Стәрлетамаҡ районы Преображеновко ауылында ундан ашыу кеше умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Уларҙың бөтәһе лә быйыл балһыҙ тороп ҡалған. Ә бит ҡайһы берәүҙәр өсөн умартасылыҡ-берҙән-бер килем сығанағы. Һәр бер умартасы өсөн бал ҡорттары ғаилә ағзаһына тиң, шуға ла уларҙың кеше хатаһы арҡаһында күпләп ҡырылыуы ҙур юғалтыу булып һанала. Зыян күреүселәр кәрәкле инстанцияларға мөрәжәғәт итә, тик боҙ һаман урынынан ҡуҙғалмай. Күҙ йәштәрһеҙ быны һөйләп булмай, ти халыҡ.Баҫыуҙарҙы пестицид менән ағыулар алдынан предприятие вәкилдәре умартсалырҙы алдан иҫкәртергә тейеш булған. Тик бындай ҡағиҙәләр үтәлмәне, ти урындағы халыҡ. Бер яҡтан уңыш ҡоротҡостарын ағыуларға кәрәк, икенсе яҡтан бал ҡорттары ғына түгел, ә тәбиғәт тә зыян күрә. Ҡыйбатлы һәм сифатлы ағыуҙы ҡулланыу-әлегә берҙән-бер ысул, тине осрашыу барышында Стәрлетамаҡ районының баш агрономы. Бал ҡорттары, ысынлап та, ағыуҙан үлгәнме юҡмы икәнен иҫбатлар өсөн анализ үткәрергә кәрәк. Тик уны умартасылар үҙ аҡсаһына эшләргә тейеш.Йүнселдәр әйтеүенсә, ҡайһы бер умарталыҡтарҙа зыян күләме миллион һумдан ашып китә. Әле умартасылар судҡа мөрәжәғәт итергә йыйына. Быйыл Стәрлематаҡ районынан тыш, республиканың Ауырғазы, Йәрмәкәй, Шаран, Ғафури, Мәләүез райондарында ла ҡорттарҙың ҡырылыуы билдәле. Умартасылар әйтеүенсә, башҡорт балы Башҡортостандың йөҙө. Улар бер нисә йыл рәттән бал ҡорттарын күрәләтә ҡырыуҙы аңлап етмәй һәм тейешле органдар был мәсьәләгә мотлаҡ иғтибар итер, тигән ышаныс белдерә.