Өфө ҡала хакимиәте башлығы Сергей Греков коллектив иммунитет булдырыу өсөн вакцинация барышын әүҙемләштерергә саҡырҙы. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, баш ҡалала халҡының 57 проценты коронавирусҡа ҡаршы прививка эшләткән. Был яҡшы күрһәткес, әммә коллектив иммунитет булдырыу өсөн 80 процент кешенең вакцина яһатыуы мотлаҡ, тип белдерҙе Сергей Греков. Баш ҡала хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Әлфирә Баҡыева әйтеүенсә, вакцинация бик әүҙем бара. Торатау конгресс-холында асылған үҙәктә генә 3 меңдән ашыу кеше прививка эшләткән. Баҡсасылыҡ ширҡәттәрендә эшләгән мобиль пунктарҙа вакцинацияны 900-гә яҡын кеше үткән һәм был һан көндән-көн арта. Көн тәртибенә ҡуйылған сираттағы мәсьәлә – дөйөм диспансеризация. Ярты йыл эсендә республика халҡының 45 проценты медицина тикшереүен үткән. Диспансеризация һөҙөмтәләре буйынса 10 мең 872 ауырыу осрағы асыҡланған. Баш ҡалала ғына түгел, республикала иң ҙур мәктәп төҙөлөшө тамамланыу алдында. Инорс биҫтәһендә урынлашҡан яңы белем биреү үҙәге 2021 йылдың 4-се кварталана файҙаланыуға тапшырылыр, тип көтөлә. Заманса мәктәп 1 650 уҡыусыға иҫәпләнгән.Ултырышта Сергей Греков баш ҡала бюджетының килем өлөшөн, һалым һәм һалым булмаған килемдәрен арттырыу мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссия эшмәкәрлеге менән дә танышты. Яуапһыҙ ойошмаларҙың бюджетҡа бурыстарын ҡайтарыу эшен көсәйтергә саҡырҙы.
Өфөлә вакцинация әүҙем бара
Тулыраҡ: Өфөлә вакцинация әүҙем бара