Башҡортостан исеменән сығыш яһаған спортсылар нисек әҙерлек үткән?

Тулыраҡ: Башҡортостан исеменән сығыш яһаған спортсылар нисек әҙерлек үткән?

Японияның баш ҡалаһы Токиола барған 32-се йәйге олимпия уйындарында Башҡортостан исеменән сығыш яһаған спортсылар нисек әҙерлек үткән? Тренерҙар спортсылар өсөн нисек көйә һәм уларға нисек ярҙам итә? Надежда Попова 40 йылдан ашыу тренер булып эшләй. Дүрт тиҫтә йыл эсендә республика, ил, Европа һәм донъя чемпионадарын тәрбиәләгән. Улар араһында Александр Сергеев менән Варвара Баранова ла бар. Улар Токиола барған 32-се Йәйге Олимпия уйындарында ҡатнашасаҡ. Һәр спортсыға айырым ҡараш һәм айырым программа, ти Надежда Попованың улы Александр Попов. Әле спортсылар Приморье крайында әҙерлек үтә. Телефон аша һәр күнекмәләрен күҙәтеп ярҙам итеп торабыҙ, ти тренерҙар. Александр Сергеев менән Варвара Баранова 3-сө, 5-се һәм 7-се август сығыш яһаясаҡ. Әле спортсылар етди күнекмәләр үтә. Һәр ярыш ул үҙенә күрә яуаплы. Ә Олимпия уйындары ғүмерҙә бер тапҡыр бирелә торған мөмкинлек, ти Варвара Баранова.Барлығы Рәсәй йыйылма командаһына 335 спортсы ингән, шул иҫәптән 150 ир-ат һәм 185 ҡатын-ҡыҙ. Улар араһында Башҡортостандан биш спортсы бар.