Радионың профессиональ командаһы иғлан иткән кастингта ике тиҫтәнән ашыу кеше ҡатнашып та өлгөргән. Үҙҙәрен һынап ҡарарға теләгәнләр республиканың төрлө райондарынан килгән. Улар араһында мәғариф, мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәре, шәхси эшҡыуарҙар, хатта дәңләт власы органдары вәкилдәре лә бар. Рәсәй Башҡортостан радиоһы тыңлаусыларын даими рәүештә яңы проекттар менән ҡыуандыра һәм тыңлаусының күңел талабына яуап биргән темаларҙы яҡтыртырға тырыша. Шуға ла, радио өсөн яңы тауыштар бик мөһим. Кастинг ваҡытында һәр кем радионың танылған алып барыусыһы – Фирҙәт Ғәлиевтан оҫталыҡ дәрестәрен алыу мөмкинлегенә эйә.
Рәсәй – Башҡортостан радиоһы яңы тауыштар эҙләй
Тулыраҡ: Рәсәй – Башҡортостан радиоһы яңы тауыштар эҙләй