Ғайса Хөсәйенов яҡты донъянан китте

Тулыраҡ: Ғайса Хөсәйенов яҡты донъянан китте

Арҙаҡлы ғалим-филолог, Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы, Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы лауреаты Ғайса Хөсәйенов яҡты донъянан китте. Ғайса Батыргәрәй улы — йөҙләгән ғилми хеҙмәт авторы, киң профилле ғалим, башҡорт мәктәптәре өсөн дәреслектәр, уҡыу әсбаптары, хрестоматиялар һәм ғилми-методик эштәр авторы, фольклорсы-йыйыусы, тикшеренеүсе. Айырым яҙыусыларҙың әҫәрҙәренең, төрлө йүнәлештәр буйынса хеҙмәттәр йыйынтыҡтарының төҙөүсеһе, ғилми мөхәррире булып тора. Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйенов менән хушлашыу бөгөн сәғәт 10-дан 11-гә тиклем Өфө ҡалаһы, Степан Злобин урамы, 42-се йорт адресы буйынса була. Уны тыуған ауылында ерләйҙәр.