Дәүләт һәм халыҡ телдәрен һаҡлап ҡалыуға пропагандалауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттар

Тулыраҡ: Дәүләт һәм халыҡ телдәрен һаҡлап ҡалыуға пропагандалауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттар

Өфөлә Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен үҫтереү буйынса үткәрелгән конкурс еңеүселәре үҙ проекттары менән сығыш яһаны. Дәүләт һәм халыҡ телдәрен һаҡлап ҡалыуға, пропагандалауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттарҙы бойомға ашырыу өсөн республикала грант булдырылғайны. Сарала ҡатнашыусылар проектты нисек башлауҙары, уларҙың маҡсаттары тураһында һөйләне. Әле Төрлө телдәрҙә сыҡҡан ҡыҫҡа метражлы фильм, йәнһүрәт, балалар өсөн тәғәйенләнгән видео-китап, телефон, планшет өсөн ҡулайлаштырылған төрлө ҡушымталар һәм башҡа проекттар бар. Сарала бөтәһе 13 прект күрһәтелде.