7 апрелдә республика башлығы менән тура бәйләнеш ойошторола. Һорауҙарҙы бөгөн үк еткерергә мөмкин. Беҙҙең телерадиокомпания бәйләнеш өсөн бушлай ҡыҙыу линия булдырҙы. 8 800 700 88 25 һандары буйынса йәки ГТРК нөктә РУ сайтында Рөстәм Хәмитовҡа һорауҙарҙы ҡалдырырға мөмкин. Быға тиклем республика башлығы менән ойошторолған тура бәйләнештәр барышында башлыса, торлаҡ, балалар баҡсаһы, эш хаҡы, һаулыҡ һаҡлау, мөғариф тармаҡтарына, торлаҡ – кҡнкүреш хужалығы, агросәнәғәт комплексы, мәғәниәт һәм спортҡа ҡағылышлы һорауҙар күп булды. Рөстәм Хәмитов менән тура бәйләнеш 7 апрель көнө 19 сәғәттә башлана. Рәсәй 24 – Башҡортостан телеканалында тура трансляция ойошторола.
Рөстәм Хәмитов Башҡортостан халҡы һорауҙарына яуап бирәсәк
Тулыраҡ: Рөстәм Хәмитов Башҡортостан халҡы һорауҙарына яуап бирәсәк