Әсәлек даны миҙалын алыусылар исемлегендә Башҡортостандың төрлө ҡала-ауылдарында йәшәүсе 57 кеше. Улар араһында хужабикәләр генә түгел, уҡытыусылар, тәрбиәселәр, шәфҡәт туташтары, ашнаҡсы, башҡа белгестәр бар.Эштә лә, өйҙә лә. Күп бала тәрбиәләгән был ҡатындарҙың бурыстары бер-береһенә оҡшаш. Ҡариҙел районында йәшәүсе Фирзәлиә Әғләмова тәүлек әйләнәһенә балалар менән мәж килә. 7 бала әсәһе район үҙәгенең беренсе дөйөм белем биреү мәктәбендә инглиз теле уҡыта. Балаҡатай районы Апут ауылынан Наилә Хәсәнованың да өйҙәге көндәлек эше башҡарған һөнәренә тап килә, Наилә Жыянбай ҡыҙы – ашнаҡсы. Тормош иптәше менән биш бала тәрбиәләйҙәр.
Бөгөн Республика йортонда күп балалы әсәләрҙе тәбрикләү тантанаһы үтте
Тулыраҡ: Бөгөн Республика йортонда күп балалы әсәләрҙе тәбрикләү тантанаһы үтте