Бөгөн Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө

Тулыраҡ: Бөгөн Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө

2007 йылда ил Президенты ошо датаны билдәләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Дәүләт байрамы булараҡ уны мәҙәниәт һәм сәнғәт, киноматография, китап нәшер итеү, полиграфия, киң мәғлүмәт сараларында мәшғүл булған бөтә ижади һөнәр кешеләре, йәмғиәттең рухи үҫешенә һәм илдең мәҙәни мираҫын таратыуға тос өлөш индереүселәр билдәләй. Мәҙәниәт тәү сиратта халыҡҡа донъя кимәлендәге даръяла үҙ-үҙен юғалтмаҫҡа, үҙен ғорур тоторға, милли үҙенсәлеген үҫтерергә мөмкинлек бирә. Башҡортостанда һөнәри байрамдарын 14 меңгә яҡын кеше билдәләй.