Музыка, театр, бейеү, һынлы сәнғәт һәм кинематография өлкәләрендә йәмғеһе 46 проект 93 миллион 600 мең һумлыҡ ярҙам алды. Гранттың дүрттән бер өлөшө республикала кинематографияны үҫтереүгә йүнәлтелгән. Ул ҙур проекттарҙың береһе – “Көмөш Аҡбуҙат” фестивален үткәреүгә һәм ике тулы метражлы фильм төшөрөүгә йүнәлтелә. Грант алыусылар араһында беҙҙең телерадиокомпания ла бар. “Рәсәй. Мәҙәниәт-Башҡортостан” телеканалында сығасаҡ проект ярҙам алған. Ул һирәк музыкаль инструменттар тураһындағы очерктар шәлкеменән тора.
Республика башлығының гранттары тапшырылды
Тулыраҡ: Республика башлығының гранттары тапшырылды