Республика етәксеһе тейешле хеҙмәттәрҙе төрлө ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙер булырға саҡырҙы. Был турала Радий Хәбиров Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Яңы уҡыу йылы башынан мәктәптә уҡыусыларҙы медицина инспекторҙары ҡаршы аласаҡ. Улар уҡыу йортонда санитария-гигиена талаптары һағына баҫа. Фән һәм мәғариф министры белдереүенсә, медицина белем биреү йорттарында уҡыған студенттар араһынан һайлап алынған инспекторҙарҙың әле исемлектәре раҫлана. Республикала иһә яңы коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар һаны тәүлегенә 260-тан арта. Пандемия иғлан ителгәндән алып 48 мең ярымдан ашыу кеше сирләгән, шуларҙың 98 проценты уңышлы һауыҡҡан.Төбәктә башҡа төр инфекциялар ҙа теркәлмәй тормай. Роспотребнадзорҙың Башҡортостан идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Галина Пермина оператив кәңәшмәлә республикала тиҫтәгә яҡын кешелә талпан энцефалиты менән боррелиоздың асыҡланыуын белдерҙе. Тикшеренеүҙән күренеүенсә, КОВИД 19 50-64 йәштәгеләрҙә һәм 14 йәштән кесе балаларҙа йыш осрай. Радий Хәбиров уҡыусыларҙың йәйге ял лагерҙарындағы хәл менән ҡыҙыҡһына. Һауыҡтырыу учреждениеларында иҫкәртеүсе рейдтар ойошторолған. 49 ойошманың 45-е тикшерелгән, санитария тәртибен боҙоу осраҡтары юҡ тиерлек.Лагерҙар смена аҙағына тиклем эшләй. Ә карантинға ябылған ял урындарына һатылған юлламаларҙың хаҡын Радий Хәбиров ата-әсәгә кире ҡайтарырға ҡушты. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын төбәктә бойомға ашырыу барышы тураһында вице-премьер Максим Забелин белдерҙе. Маҡсатҡа ярашлы 53 бурыстың 21-нә өлгәшелгән, 23-ө буйынса үтәлеш көтөлә, 9-ы ҡатмарлыҡтар менән. Һуңғыһы йөрәк-ҡан тамырҙары сире, онкология, яңы тыуған балаларҙың үлем осрағы күрһәткестәренә бәйле. Радий Хәбиров Республика балалар клиника-дауаханаһының онкология һәм гематология үҙәге төҙөлөшө менән ҡыҙыҡһына. Премьер-министр белдереүенсә, төҙөлөш подрядсылар араһында бәхәс килеп тыуыу сәбәпле кисектерелеп торған. Өфө аэровокзал комплексын яңыртыу эштәре лә 2024 йылға тамамланырға тейеш. Оператив кәңәшмәлә шулай уҡ Халыҡ-ара аэропорттың осоштар селтәре тураһында һүҙ барҙы. Башҡортостандың башҡалаһы эске һәм төбәк-ара маршруттар һанын арттыра.Республика биләмәһендә быйыл иҫәп алыуҙың ике төрө көтөлә. Августа ауыл хужалығы берәмектәренең микроиҫәбен, 15 октябрҙән 14 ноябргә тиклем Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы ойоштороуға әҙерлек барышы менән Статистика идаралығы етәксеһе Әкрәм Ғәниев таныштырҙы. Торлаҡ коммуналь хужалыҡ иһә ҡыш миҙгеленә әҙерләнә. Йорт-биналарҙың йылытыу паспорттарын 15 сентябрҙә ҡабул итеү ҡаралған.
Тейешле хеҙмәттәр ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙер булырға тейеш
Тулыраҡ: Тейешле хеҙмәттәр ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙер булырға тейеш