Мәктәптәр юғары тиҙлекле интернет менән тәьмин ителәсәк

Тулыраҡ: Мәктәптәр юғары тиҙлекле интернет менән тәьмин ителәсәк

1-се сентябргә Башҡортостандың бөтә мәктәптәре лә юғары тиҙлекле интернет менән тәьмин ителәсәк. Ошо турала республиканың цифрлы үҫеш министрлығынан белдерәләр. Быйыл интернет киңлегенә 316 мәғариф учреждениеһы тоташыу мөмкинлеге алған. Быға тиклем Сириус белем биреү үҙәге етәксеһе Елена Шмелева илдә бөтә мәктәптәр ҙә интернет өсөн бер хаҡ түләргә тейеш тигән башланғыс менән сыҡты. Уны әле Дәүләт Думаһы депутаттары өйрәнә. Сөнки, ҡайһы бер операторҙар хаҡты юғары ҡуя һәм белем биреү учреждениеларына күберәк аҡса сарыф итергә тура килә. Был инициатива республика вәкилдәрендә лә яҡлау тапты.