Өфөнөң Дуҫлыҡ монументы янындағы ер аҫты үткәүеле төҙөлөшө тамамланыу алдында. Тоннельды эске биҙәү эштәре 1 сентябрь тамамлана. Объект 15 сентябрь файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Сергей Черкасов беҙҙең ижади төркөмгә ер аҫты экскурсияһын үткәрә. Тап ошо ваҡытта тоннель өҫтөндә автомобилдәр елдергәненә ышаныуы ла ҡыйын. Беҙ Дуҫлыҡ Монументы менән Ағиҙел ярын тоташтырған үткәүел эсендә. Бында һуңғы ремонт эштәре бара. Объектта төҙөлөш тәүлек әйләнәһенә лә туҡтамай. Һәр сменаға 30-35 кеше йәлеп ителә. Иң яуаплы һәм ҡатмарлы эш артта ҡалды, ти подрядсы ойошма хеҙмәткәрҙәре . Ошо көндәрҙә ҡыйыҡ өсөн һуңғы бетон ҡойоласаҡ. Үткәүелдең тотош оҙонлоғо 110 метр. Өс сығыу урыны ҡаралған. Улар дуҫлыҡ һәйкәленә, икенсе яҡ туҡталышҡа һәм яр буйына сыға. Эш Ағиҙел йылғаһы буйын реконструкциялау проектына ярашлы башҡарыла, шуға ла архитектур биҙәлеш тә берҙәм стилдә. Тотороҡһоҙ грунт, һөҙәк урын һәм ер аҫты һыуҙарының юғары кимәлдә булыуы эште тотҡарланы, ти төҙөүселәр. Объектты бер аҙ һуңлатып тапшырыуҙың башҡа сәбәптәре лә бар. Подрядсы ойошма етәксеһе әйтеүенсә, туҡталыш павильондары август аҙағына килтереләсәк. Тоннельды эске биҙәү эштәре 1 сентябрь тамамлана. Тотош объект 15 сентябрь файҙаланыуға тапшырылыр тип көтөлә. Ер аҫты юлы асылыу менән туҡталыш эргәһендәге бөтә светофорҙар алынасаҡ. Киләсәктә был урында тығындар кәмер һәм, иң мөһиме, йәйәүлеләр ҡатнашлығында булған юл-транспорт фажиғәләре лә аҙайыр, тип көтөлә.
Тоннель төҙөлөшө тамамлана
Тулыраҡ: Тоннель төҙөлөшө тамамлана