Адреслы социаль ярҙам программаһы мөмкинлектәре

Тулыраҡ: Адреслы социаль ярҙам программаһы мөмкинлектәре

Өфөлә йәшәүсе йәш әсә Юлиә Вәлиуллина тап ошо программа ярҙамында үҙ оҫтаханаһын асҡан. Хәҙер ул балсыҡтан төрлө һындар эшләп һата, оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Ярҙамға кемдәр дәғүә итә ала? Бының өсөн ниндәй документтар йыйырға һәм ҡайҙа барырға? Юлиә Вәлиуллина балсыҡтан төрлө һындар эшләү менән яҡынса ике йыл элек мауыға башлай. Үҙенсәлекле эш менән ул декретта ултырғанда ҡыҙыҡһына. Ошо арауыҡта йөҙҙән ашыу төрлө һауыт-һаба, йәнһүрәт персонаждарын эшләгән ул. Сираттағы шәшке лә тиҙҙән оҫтахана кәштәһендә урын аласаҡ. Ниндәй ҙә булһа һынды килтереп сығарыу өсөн күп кенә ваҡыт талап ителә. Мәҫәлән, махсус машинала эшләүҙән тыш, бер аҙнанан ашыу уның тулыһынса кибеп бөткәнен көтөргә кәрәк. Фигураны теләк буйынса буяп, уға матурлыҡ өҫтәргә лә мөмкин. Иң беренсе эшләп ҡараған һынды ла оҫта яҡшы хәтерләй.Төрлө һауыт-һабаларҙы аш-һыу бүлмәһендә лә тотонорға мөмкин. Әйткәндәй, Юлиәнең ике ҡыҙы ла Ева һәм Лера хәҙер буш ваҡытын оҫтаханала үткәрә. Тәүҙә балсыҡ эше хобби ғына булып иҫәпләнһә, хәҙер иһә ул ғаилә өсөн килем килтерә. Оҫталыҡ дәрестәренә балалар менән берлектә ололар ҙа ҡыҙыҡһынып йөрөй. Уҡыусыларҙың килеп сыҡҡан төрлө һындарын да бында күрергә мөмкин. Ошо форсаттан файҙаланып, хәҙер мин дә балсыҡтан фигура эшләп ҡарайым. Әлбиттә, оҫта ярҙамы менән. Дүрт йөҙ грамлыҡ балсыҡ әҙер. Бының өсө беҙ тәүҙә ҡулдарҙы еүешләтеп алырға тейешбеҙ. Ҡырҙан ҡарап торғанда был эш еңел генә күренһә лә, уны ауыр тип әйтергә мөмкин. Бында күбеһенсә иғтибарлыҡ талап ителә. Юлиә Вәлиуллина ҙур хыялын республикала икенсе йыл эшләп килгән адреслы социаль ярҙам программаһы аша тормошҡа ашырған. Бүленгән 250 мең һум аҡсаға ул оҫтаханала иң кәрәкле ике техника һатып алған. Бындай ярҙамды республикала йәшәүсе эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә башлаған, шул иҫәптән үҙмәшғүлдәр, шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барған йәки яңы һөнәргә уҡырға теләгән аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр, ошо уҡ категориялағы яңғыҙ йәшәгән граждандар алыу мөмкинлегенә эйә. Бының өсөн үҙ эшен асырға теләүселәр ғариза яҙырға, бизнес-план төҙөргә, талап ителгән башҡа документтарҙы йыйырға тейеш.Адреслы социаль ярҙам программаһына быйыл 435 миллион һум аҡса бүленгән. Ул кешегә үҙ тырышлығы, хеҙмәте менән ауыр тормош хәленән сығырға "башланғыс капитал" булып тора.