Алтын миҙал миҡдары

Тулыраҡ: Алтын миҙал миҡдары

Рапира буйынса Олимпия чемпионы Аделина Заһиҙуллина “Хәйерле иртә, Республика” тапшырыуында алтын миҙалдың миҡдары тураһындағы серҙе асты. Ысынында чемпион миҙалы тулыһынса затлы металдан тормай. Уға алтын ялатылған ғына. Еңеүсе миҙалы гаджет, телефон кеүек башҡа техника ҡалдыҡтарын эшкәртеп иретелгән. Һәр Олимпия чемпионының төп маҡсаты — алтын миҙал алыу. “Минең әлегәсә шәхсән миҙалым юҡ, уны яуларға теләр инем”, — ти Аделина Заһиҙуллина.

Мәғлүм булыуынса, Башҡортостан спортсыһы 29 июлдә илдең йыйылма ҡатын-ҡыҙ командаһы составында рапирала фехтование буйынса олимпия чемпионы дәрәжәһенә өлгәште.