Рапира буйынса Олимпия чемпионы Аделина Заһиҙуллина Башҡортостан фехтование мәктәбенең көнүҙәк проблемаларын билдәләне. Спортсы һәм уның тренеры Егор Попов “Хәйерле иртә, Республика” тапшырыуында “Тренировкалар залы беҙҙең иң борсоулы мәсьәләбеҙ. Әлегә тиклем фехтование менән шөғөлләнеүселәрҙең күнегеүҙәре башҡаланың Затон биҫтәһендә урынлашҡан спорт мәктәп-интернаты залында үтә ине. Быйыл бинаның бер өлөшөндә стена сатнаны, уны емерек хәлдә, тип танынылар, әммә ярты йыл тирәһе ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан ремонт эштәре һаман башланмаған. Беҙҙең өсөн хәҙер зал мәсьәләһе бөтөнләй киҫкенләште”, тип белдерҙе. Олимпия чемпионы фехтованиеға ғашиҡ яҡташтарыбыҙ артабан ҡайҙа күнегеүҙәр үткәрер, спортсылар киләсәк ярыштарға нисек әҙерләнер, тип хафалана. Фехтование мәктәбенә заман талаптарына тап килгән иркен зал тураһында хыялланабыҙ, ти йәштәр.
Мәғлүм булыуынса, Башҡортостан спортсыһы 29 июлдә илдең йыйылма ҡатын-ҡыҙ командаһы составында рапирала фехтование буйынса олимпия чемпионы дәрәжәһенә өлгәште.