Рапира буйынса Олимпия чемпионы яҡташыбыҙ Аделина Заһиҙуллина уңышлы спортсы ғына түгел, ә музыкаға мөкиббән талантлы шәхес тә. Ярыштарға әҙерлек йыйындарына ул үҙе менән һәр ваҡыт күсмә фортепиано йөрөткәнен әйтте. Яратҡан музыка ҡоралын ул “Хәйерле иртә, Республика” тапшырыуына ла алып килгәйне. Тик танылған рапирасыға музыкант һәләтен тамашасы хөкөмөнә сығарырға билдәһеҙ сәбәптәр ҡамасауланы. Эфир тамамланыу менән фортепиано ла тауыш бирҙе, һөҙөмтәлә Аделина Заһиҙуллинаның сығышын иртәнге тапшырыуыбыҙҙы алып барыусы хеҙмәттәшебеҙ Рәлиә Сәхибгәрәева менән студия хеҙмәткәрҙәре генә кинәнеп ҡарай алды. Телевизор ҡараусыларға иһә был тамашаны ҡылыу бәхете киләһе эфирҙарҙа тейер, тигән ышаныстабыҙ.
“Хәйерле иртә, Республика” тапшырыуының 4 август сығарылышын gtrk.tv сайтында ҡарағыҙ.
Мәғлүм булыуынса, Башҡортостан спортсыһы 29 июлдә илдең йыйылма ҡатын-ҡыҙ командаһы составында рапирала фехтование буйынса олимпия чемпионы дәрәжәһенә өлгәште