Токиола иң һағындырғаны нимә икән? Фехтование буйынса олимпия чемпионы Аделина Заһиҙуллина Япониянан башҡорт халҡының боронғо милли аҙығы – ҡыҫтыбыйҙы – һағынып ҡайтҡан. Был турала ул иң тәүҙә әсәһенә шылтыратып әйткән. Хәҙер иһә Башҡортостан спортсыһының яратҡан ризығы барығыҙға ла мәғлүм.
Ҡыҫтыбый — Урта Азияның күп кенә халыҡтары аш-һыуында осрай. Сөсө ҡамырҙан бешерелә. Эслеккә тары, ҡарабойҙай бутҡаһы, картуф иҙмәһе ҡулланыла. Ҡамырын йомортҡа һытып һөткә йәки сей ҡатыҡҡа баҫалар. Таба ҙурлығына самалап ҡамырҙы бәләкәй генә йоморсаҡтарға бүлеп сығалар. Йоҡа ғына итеп йәймә йәйәләр. Ҡоро табала йәймәләрҙең ике яғын да бешереп алалар. Йәймәләр эҫе көйө яртыһына эслек һалалар. Икенсе яртыһы менән ҡаплайҙар, йәғни ҡыҫалар, тик ситтәрен бөрмәйҙәр. Өҫтәлгә бирер алдынан тышына иретелгән һары йәки аҡ май сылаталар. Көндәлек аҙыҡ итеп тә, ҡунаҡҡа һый итеп тә әҙерләйҙәр. Эслеге төрлөсә булһа ла, ҡамыры бер үк төрлө әҙерләнә.
Алтын миҙаллы Аделина Заһиҙуллина картуф ҡыҫтыбыйын ярата. Әсәһе Олимпия чемпионына яратҡан ризығын аэропортҡа уҡ бешереп алып килгән. Ҡыҙы Башҡортостан еренә баҫыу менән танһығын ҡандырһын, тип.
Мәғлүм булыуынса, Башҡортостан спортсыһы 29 июлдә илдең йыйылма ҡатын-ҡыҙ командаһы составында рапирала фехтование буйынса олимпия чемпионы дәрәжәһенә өлгәште