Мәктәптәрҙә медицина инспекторҙары эш башлай

Тулыраҡ: Мәктәптәрҙә медицина инспекторҙары эш башлай

Яңы уҡыу йылы башынан мәктәптә уҡыусыларҙы медицина инспекторҙары ҡаршы аласаҡ. Улар уҡыу йортонда санитария-гигиена талаптары һағына баҫа. Фән һәм мәғариф министры белдереүенсә, медицина белем биреү йорттарында уҡыған студенттар араһынан һайлап алынған инспекторҙарҙың әле исемлектәре раҫлана. Республикала иһә яңы коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар һаны тәүлегенә 250-тан арта. Пандемия иғлан ителгәндән алып 48 мең ярымдан ашыу кеше сирләгән, шуларҙың 98 проценты уңышлы һауыҡҡан. Ә бына лагерҙар смена аҙағына тиклем эшләй. Ә карантинға ябылған ял урындарына һатылған юлламаларҙың хаҡын Республика башлығы Радий Хәбиров ата-әсәләргә кире ҡайтарырға ҡушты.